Экологик өмә
Апрель 21, 2022
Просмотров: 64
Күмәкләшеп бергә эшләү татыулыҡҡа, берҙәмлеккә килтерһә, икенсенән, эштәр ҙә ырамлы бара, ярыш сәме уяна. Ә иң мөһиме - хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләнә. Шуға күрә лә элек-электән эштәр дөйөм өмә менән башҡарылған.
Бөгөн Иҫке Монасип урта мәктәбендә экологик өмә үткәрелде. Күмәк көс менән мәктәбебеҙҙең тирә - яғын сүп-сарҙан таҙарттыҡ, сәскә, йәшелсә, емеш- еләк үҫтергән баҡсаларҙа ла ҙур эштәр башҡарҙыҡ. Мәктәп яны балаларҙың шат тауыштарынан гөрләп торҙо, күңелле йырҙар яңғыраны. Күҙ асып йомғансы территориябыҙ сүп - сарҙан таҙартылып, баҡсаларға йәшелсәләр сәселде.
Өмәлә ҡатнашыусы барлыҡ уҡыусыларға, уҡытыусыларға, техник хеҙмәткәрҙәргә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм иҫәнлек, һаулыҡ, уңыштар теләп ҡалабыҙ. Мәктәбебеҙ һәр саҡ шулай уҡыусыларыбыҙҙың шат тауыштарынан гөрләп торһон, донъялар имен булһын!
Зөлфиә Таһир ҡыҙы Буранова, профком председателе.