Юлдашев Әшрәф Зөфәр улы менән осрашыу
Апрель 25, 2022
Просмотров: 25
26 апрель көнө бар донъя ысын мәғәнәһендә ҡара датаны билдәләй. 1986 йылда, бынан тап 36 йыл элек, Советтар Союзының Чернобыль атом электр станцияһының 4 - се энергоблогында шартлау яңғырай.
Тирә - йүнгә радиация таралып, кеше һаулығына, бөтә тереклеккә ҙур зыян килә. Һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә республиканан ғына меңәрләгән кеше ҡатнаша.
Бөгөн Иҫке Монасип урта мәктәбендә ошо һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан ауылдашыбыҙ Юлдашев Әшрәф Зөфәр улы менән йәнле осрашыу булып үтте. Осрашыуҙы тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы Азамат Йәмил улы Ҡотлобаев асып, бер аҙ һөйләгәндән һуң, һүҙ Әшрәф ағайға бирелә. Ул, 18 йәшлек егет көйөнсә генә ошо ергә барып, күргән - кисергәндәрен һөйләп үтте. Уҡыусылар үҙҙәре ҡыҙыҡһынған һорауҙарға яуап та алдылар.
Осрашыу иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды. Азамат Йәмил улына һәм Әшрәф Зөфәр улына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Уларға иҫәнлек, һаулыҡ, ғаилә именлеге теләп ҡалабыҙ.