Уйнаһын ғына ҡурай, тип бүләк иттеләр ҡурай

Ноябрь 11, 2022 Просмотров: 48
Уйнаһын ғына ҡурай, тип
бүләк иттеләр ҡурай

Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Илдар улы Мөхйәнов беҙҙең Иҫке Монасип мәктәбенә 10 ҡурай бүләк итеп, уҡыусыларҙы ҡыуандырҙы.
Быға тиклем дә Әйүпов Азат Әхмәт улы етәкселегендә ҡурай түңәрәге эшләп килә ине. Балалар ҡурай уйнарға ихлас өйрәнәләр, өлкән класс егеттәре оҫта һыҙҙырта башлаған да инде. Ҡурайсылар араһында 7-се класс уҡыусыһы Раушания Көнәфинаның булыуы ла һоҡландыра. Милли уйын ҡоралыбыҙ менән тағы ла тулыланғас, хәҙер мәктәбебеҙ ҙә тотош ҡурайсылар ансамбле төҙөргә лә була.
Беҙҙең мәктәпкә айырым иғтибар бүлеп, халҡыбыҙҙың милли ҡомартҡыһын бүләк итеүсе Илнур Илдар улына коллектив исеменән ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Динара Ҡотлобаева.