Каникулдың бер көнө.

Ноябрь 2, 2022 Просмотров: 36
Каникулдың бер көнө.
Каникулды күңелле һәм файҙалы итеп үткәреү маҡсатында 6 класс укыусылары менән район үҙәгендә урынлашҡан "Урал" физкультура-сәләмәтләндереү комплексына сәйәхәт ҡылдыҡ. Барып инеү менән бик матур ҡаршы алдылар. Балалар рәхәтләнеп бассейнда йөҙөп, тәндәрен яҙып, тренажёр залында шөғөлләнеп, уйнап ҡайттылар.
Был сәйәхәт балаларҙың күңелендә тик яҡты тәҫьораттар ғына ҡалдырыр, сөнки бала саҡ хәтирәһе күңелгә мәңгелеккә уйыла, тиҙәр бит. Уҡыусыларға киләсәктә һаулыҡ, бәхет, уҡыуҙарында ҙур уңыштар, гел шулай берҙәм, татыу булыуҙарын теләп ҡалабыҙ.