Шағирә бүләгенә шиғыр байрамы үтте
Сентябрь 27, 2022
Просмотров: 41
Шағирә бүләгенә шиғыр байрамы үтте
Ауылыбыҙҙан сыҡҡан күренекле шәхестәр менән уҡыусыларҙы әленән-әле таныштырып тора мәктәп. 26 октябрҙә үткән быйылғы тәүге әҙәби кисә лә яҡташ шағирәбеҙ, Ш.Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның ижадына арналды. Сараға әҙерлек алдан башланып, уҡыусыларға шағирәнең шиғырҙарын яттан һөйләү һәм уның шиғри әҫәрҙәренә ҡарата һүрәттәр төшөрөү буйынса конкурс иғлан ителгәйне.
Ижад байрамында шағирә үҙе булмаһа ла, балалар уның тормош юлы, ижады менән яҡындан танышып, шиғырҙарын һөйләп, уның нескә тойғоло, тәбиғәткә, тыуған яғына ғашиҡ, үтә лә хисле, күңелендә һәр ваҡыт илһам ҡошо һайраған, ҡулында ҡаурый ҡәләм тирбәткән һәләтле ауылдаштары барлығы менән ғорурландылар. Уҡыусылар, ысынлап та, әҙәби кисәгә ныҡлы әҙерләнгәйне. Сәхнә йәш рәссамдарҙың береһенән-береһе сағыу һүрәттәре менән биҙәлгәйне. Балалар кисереше һәм күҙаллауы аша шағирәнең ижады яңыса төҫ алды, яңыса сағылыш тапты, яңыса балҡыны.
Ә Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның шиғырҙарын яттан һөйләү конкурсында уҡыусылар сәхнәлә үҙеңде тотоу, һөйләү оҫталығы, актерлыҡ һәләттәре кеүек шарттар талап ителгән һүҙ сәнғәтенең нескәлектәренә төшөндөләр. Һынатманы шиғриәт һөйөүсе ҡыҙҙар һәм малайҙар. Әле береһе, әле икенсеһе сығып шағирәнең ҡанатлы һүҙҙәрен яңғырата торҙо.
Ауылдашыбыҙ ижадына арналған кисәнән барыһы ла илһамланып таралышты, ә конкурс еңеүселәре Тәнзилә Сәлих ҡыҙы ебәргән бүләктәрҙе алып ҡыуанды.
Шулай итеп, шиғыр һөйләү конкурсында башланғыс кластар араһында: 3-сө класс уҡыусыһы Динир Ҡотлобаев беренсе, 4-се класс уҡыусылары Гөлфинә Хәлитова икенсе, Асия Ҡотлобаева өсөнсө, Исмәғил Йыһануров дүртенсе урын алды. 2-се класс уҡыусылары Әмир Ҡотлобаев менән Аделина Әбсәләмова ла 4-се урын алып ҡыуанды.
Ҙур кластар араһында 8-се класс уҡыусыһы Гөлназ Әхмәтова беренсе, Илгизәр Әмирханов икенсе, Гөлсинә Муллағолова өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Һүрәттәр конкурсында
1-2 кластар араһында
I урынды Вәлиев Руслан, II урынды Әбсәләмова Аделина, III урынды Хәлитов Ильяс,
3-4 кластар араһында
I урынды Йыһануров Исмәғил, II урынды Вәлиев Рөстәм, III урынды Ҡарағолова Заһиҙә,
ҙур кластар араһында
I урынды Атагилдиева Гөлсинә, II урынды Көнәфина Нәркәс, III урынды Әбсәләмов Артур алды. Шиғриәт кисәһендә бөтә ҡатнашыусылар ҙа матур бүләктәр алып ҡыуанды.
Динара Ҡотлобаева, педагог-психолог.