Мәктәп китапханаһы көнө
Октябрь 24, 2022
Просмотров: 126
24 октябрь - мәктәп китапханаһы көнө.
Китапхана - мәктәптең иң мөғжизәле урыны. Унда береһенән-береһе матурыраҡ, береһенән-береһе ҡыҙығыраҡ китаптар кәштәләрҙә теҙелеп, уҡыусыны үҙенә саҡырып тора. Мәктәптә төп тәрбиә ҡоралы ул - китап.
Беҙҙең мәктәптә бына ике тиҫтә йылға яҡын китапханасы булып Тәнзилә Әхәт ҡыҙы Буранова эшләй. Ул үҙ эшенә бик яуаплы ҡарай, балаларҙы ла, китаптарҙы ла бик ярата. Бына бөгөн дә ул уҡыусылар менән бергә иҫке, әммә кәрәкле китаптарға икенсе һулыш бирҙе.
Китап - иң тоғро дуҫ. Ул тормошто танып белеүҙә кешегә ҙур ярҙамсы, кәңәшсе.
Ҡыҙғанысҡа күрә, әсбаптарға һаҡсыл ҡарамаған, йыртҡан, бысратҡан балалар ҙа бар. Китапты һаҡсыл уҡыу өсөн, биттәре араһына махсус ҡулайламалар, ҡыҫтырғыстар ҡуйырға кәрәк. Тап бына шундай ҡыҫтырғыстар эшләне бөгөн 3-сө класс уҡыусылары. Класс етәксеһе Вәсилә Әбүкарам ҡыҙы Әмирханова менән эшләгән матур-матур ҡыҫтырғыстар бик ҡыҙыҡлы, күркәм килеп сыҡты. Төҫлө ҡағыҙҙарҙан эшләнгән ҡуян, төлкө, тәлмәрйендәрҙе эшләп бөткәс, уҡыусылар уларҙы бер-береһенә бүләк итте. Балалар бөтә китаптарға ла шундай ҡыҫтырғыстар эшләргә, әсбаптарҙы һаҡларға теләк белдерҙе.
Мәктәп китапханаһы көнөндә уның хужабикәһе Тәнзилә Әхәт ҡыҙына, китапҡа һаҡсыл ҡарарға өйрәткән Вәсилә Әбүкарам ҡыҙына ҙур рәхмәт белдерәбеҙ!
Рәғиҙә Әхмәт ҡыҙы Истәкова, туған тел уҡытыусыһы.