Хәбир Йомағолов кубогына шашка турниры үтте
Ноябрь 17, 2022
Просмотров: 39
Хәбир Йомағолов кубогына шашка турниры үтте
Ике кеше ҡапма-ҡаршы ултырып, сатраш таҡтала аҡ һәм ҡара төҫтәге фишкалар менән уйнауҙы күҙ алдына баҫтырған шашка уйыны һәр кемгә таныш. Гаджеттар доньяны баҫып алып, һәр баланың ҡулына килеп эләккәнгә тиклем, бөтә ғаиләләр ҙә тиерлек шашка уйнай торғайны. Әле лә был спорт менән мауығыусылар әллә ни күп булмаһа ла, улар бар. Иҫке Монасип мәктәбендә эшләп килгән шашка түңәрәгендә лә шөғөлләнеүселәр бихисап. Ошо йүнәлештә балаларҙың һәләтен үҫтереү, уларҙы ылыҡтырыу, дәртләндереү маҡсатында 16 ноябрҙә Иҫке Монасип ауыл хакимиәте башлығы Хәбир Мәһәҙей улы Йомағолов кубогына шашка турниры ойошторолдо. Унда Иҫке Монасип мәктәбенең, Нәби һәм Тимер филиалдарының иң зирәк ҡыҙ һәм малайҙары килеп отҡорлоҡта һынашты. Араларында тәүге тапҡыр шашка ярышында ҡатнашыусы 2-се класс уҡыусыһы Аделина Әбсәләмова ла бар. Уйын бик сәмле һәм ҡыҙыу барҙы. Күренеп тора, егеттәр уйынды оҙаҡҡа һуҙмай, йәһәт кенә тамамлап та ҡуя, ә ҡыҙҙар һәр йөрөшөн уйлап башҡара, ашыҡмай, һаҡсыл аҙымдар менән уйнай. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк, турнир бөтә яҡтан да алдан уйланылып бик йыйнаҡ һәм оҫта ойошторолдо. Ҡатнашыусылар иғлан ителгән ҡағиҙәгә таянып уйнаны, шуға тәртип тә һаҡланды.
Шуны ла билдәләп китеү мөһим: Хәбир Йомағолов кубогына шашка ярышы беҙҙең мәктәптә 2013 йылда башланғыс алып, ике йыл рәттән уҙғарылып, ләкин ошоға тиклем бер аҙ өҙөклөк кисергәйне. Быйыл был матур традиция яңынан тергеҙелеп өсөнсө тапҡыр үтте. Ғаиләләре менән был спорт төрөн үҙ иткән, район кимәлендәге ярыштарҙа беренселекте бирмәгән Хәбир Мәһәҙей улының мәктәп уҡыусыларына ҡарата ошо йүнәлештә иғтибар бүлеүе оло маҡтауға лайыҡ.
Шулай итеп, ҡыҙҙар араһында Хәбир Йомағолов кубогы Иҫке Монасип мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Зәлиә Йомағоловаға, ә егеттәр араһында Нәби филиалының 9-сы класс уҡыусыһы Нур Тажитовҡа тапшырылды. Призлы урындарҙың барыһын да Иҫке Монасип мәктәбе уҡыусылары яуланы: Йомағолова Нәзифә менән Опря Арсений - икенсе, Раушания һәм Ишморат Көнәфиндар өсөнсө урын алды. Еңеүселәргә Хәбир Мәһәҙей улы миҙал, грамота һәм аҡсалата премия тапшырҙы. Ошондай кәрәкле, файҙалы һәм ҡыҙыҡлы турнирҙы тергеҙеүсе мәктәп директоры Данил Камил улы Ҡотлобаевҡа, сараны ойоштороусы Гөлфирә Азат ҡыҙы Көнәфинаға, Линура Хәлил ҡыҙы Сафинаға, Азат Әхмәт улы Әйүповҡа һәм кубок хужаһы Хәбир Мәһәҙей улы Йомағоловҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Динара Ҡотлобаева, педагог-психолог.