Халыҡ үҙ батырҙарын оноторға тейеш түгел

Ноябрь 16, 2022 Просмотров: 19
Халыҡ үҙ батырҙарын оноторға тейеш түгел. Беҙ уларҙың тормош һәм яу юлдары тураһында киләсәк быуынға еткерергә бурыслыбыҙ.
Ошо маҡсатта Иҫке Монасип урта мәктәбендә 112- се Башҡорт кавалерия дивизияһының яу юлы, генерал - майор Миңлеғәле Минһажетдин улы Шайморатовтың ҡаһарман батырлығына арналған асыҡ дәрестәр үткәрелде. Уҡыусылар Шайморатов генерал тураһында тулы мәғлүмәт алды. Дәрес аҙағы документаль фильм ҡарау һәм яңы ғына Өфө ҡалаһында батырыбыҙға арнап асылған һәйкәлгә виртуаль сәйәхәт менән тамамланды.

З.Т. Буранова, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәне уҡытыусыһы.