Муллағолов Ғизетдин Ғилметдин улының тормош һәм көрәш батырлыҡтары
Ноябрь 17, 2022
Просмотров: 48
Башҡорт кавалерия дивизияһы көнө уңайынан ауылыбыҙҙың билдәле шәхесе - Бөйөк Ватан һуғышында тап ошо данлы дивизия сафында яу юлы үткән Муллағолов Ғизетдин Ғилметдин улының тормош һәм көрәш батырлыҡтары тураһында класс сәғәте уҙҙы. Уҡыусылар батыр тураһында гәзит материалдары, ғаилә архивында һаҡланған документтары, автобиографияһы менән танышты. Һуғышта Ғизетдин Муллағолов "Батырлыҡ өсөн" , "Варшаваны азат иткән өсөн", "Берлинды алған өсөн" , "Германияны еңгән өсөн", «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалдары менән наградлана. Батыр кавалерист, тыныс тормош башланғас, оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләй. Тыуған илебеҙҙең азатлығы өсөн утты-һыуҙы кискән яугир уҡыусылары күңеленә Ватанға тәрән һөйөү, ихтирам тәрбиәләй, төплө белем бирә. Беҙ уның тормош юлы менән һоҡланабыҙ, ғорурланабыҙ. Батырҙар - мәңгелек халыҡ хәтерендә!
Рәғиҙә Әхмәт ҡыҙы Истәкова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Рәғиҙә Әхмәт ҡыҙы Истәкова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.