Ҡумыҙ моңонда - халҡым тарихы.
Ноябрь 18, 2022
Просмотров: 83
Ҡумыҙ моңонда - халҡым тарихы.
17 ноябрь көнө мәктәбебеҙҙә ҡумыҙ оҫтаһы Вәлиев Рәмил Зиннур улы ҡатнашлығында ҡумыҙҙа уйнау буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторолдо. Сараның беренсе өлөшөндә оҫта ҡумыҙсы уҡыусыларға ҡумыҙ музыка ҡоралының тарихын, ҡумыҙҙарҙың төрлөлөгөн һәм кеше сәләмәтлеге өсөн ыңғай йоғонтоһо тураһында таныштырып үтте. Уҡыусыларҙы ҡумыҙ уйнарға әйҙәп, халҡыбыҙҙың тарихын ҡумыҙ моңо аша киләсәк быуынға тапшырып барыу мөһимлеген аңлатып, Рәмил Зиннур улы Иҫке Монасип мәктәбенә үҙенең 5 ҡумыҙын бүләк итеп, уҡыусыларҙы ҡыуандырҙы.
Кисәнең икенсе өлөшөндә оҫта ҡумыҙсы уҡыусылар менән берлектә төрлө көйҙәр уйнанылар. Ошо устай ғына музыка ҡоралының сыңы ни тиклем серле һәм тылсымлы моң һыйҙырғанына барыһы ла һоҡланды. Моң да, һағыш та, йөрәк түренән сыҡҡан илһам, дәрт, тәбиғәттәге төрлө тауыштарҙы сағылдырыуын, сабып барған ат тояҡтары тауышын, ҡоштар һайрауын да үҙ эсенә алған икән ҡумыҙ сыңы!
Күңел һәм рух байрамы ойоштороусы, ял минуттары бүләк итеүсе ҡумыҙ оҫтаһына сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Киләсәктә лә башҡорт көйө һәм моңо ағылыуҙан туҡтамаһын!
Розалия Ғәфүр ҡыҙы Аетбаева, "Ҡумыҙ" түңәрәге етәксеһе.