Мөғжизәле сәйәхәт
Ноябрь 18, 2022
Просмотров: 11
Мөғжизәле сәйәхәт
Ошо көндәрҙә Иҫке Монасип мәктәбенең 5-се класс уҡыусылары Башҡортостаныбыҙҙың ете мөғжизәһенең береһе "Шүлгәнташ" ҡурсаулығына, унда урынлашҡан Бөрйәнебеҙҙең тәбиғи ҡомартҡыһы "Шүлгәнташ" мәмерйәһенә һәм тарихи-мәҙәни "Шүлгәнташ" музей комплексына экскурсия яһап, ял итеп ҡайтты. Көндөң болотло, ямғырлы булыуы ла уҡыусыларҙың кәйефен төшөрмәне. Һүҙгә әүәҫ, илгәҙәк, шаян ҡыҙҙар һәм малайҙар һәр нәмәнән йәм табып, уйнап, көлөп рәхәтләнеп ял итте. Туристар өсөн төҙөлгән йылы йорттарҙа күмәкләп сәй эсеү күңелдәрен тағы ла көрәйтеп ебәрҙе.
Был сәйәхәтебеҙ мөғжизәле бала саҡ хәтирәһе булып уҡыусыларҙың күңелендә оҙаҡ һаҡланыр.
Ошо ялды ойоштороусы ата-әсәләргә һәм уҡыусыларҙы юлдарҙа ипле алып йөрөгән водителебеҙ Илһам Шамил улына һәм шулай уҡ беҙҙе йылы ҡаршы алып, оҙатып ҡалыусы ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!