Батыр рухын шатландырып, йәки иң мәргән уҡсы ҡыҙҙар - Монасип мәктәбендә!
Ноябрь 20, 2022
Просмотров: 39
Батыр рухын шатландырып, йәки иң мәргән уҡсы ҡыҙҙар - Монасип мәктәбендә!
Бөгөн Яңы Мөсәт мәктәбендә, Украинала барған махсус операция барышында хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған өлкән лейтенант Ғәлинур Нурғәле улы Сөләймәнов иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында, милли йәйәнән уҡ атыу буйынса район турниры ойошторолдо. Был ярышта беҙҙең мәктәп уҡыусылары бик яҡшы сығыш яһанылар. Һөҙөмтәлә 9-сы класс уҡыусыһы Йомағолова Нәзифә - 1-се, 10-сы класс уҡыусыһы Мирасова Айгөл - 2-се, 8-се класс уҡыусыһы Муллағолова Уралия 3-сө урынды яуланылар.
Башҡорт ҡыҙҙарының батырлығы, саялығы элек-электән һоҡланыу хисе тыуҙырған. Беҙҙең мәктәптә шундай ҡыйыу, спортты яратҡан, уҡыуҙа ла алдынғы булған уҡыусылар һәм уларҙы еңеүҙәргә дәртләндереп тороусы остаздары булыуы ҡыуаныслы. Физкультура уҡытыусыһы Әйүпов Азат Әхмәт улы етәкселегендә мәктәп уҡыусылары сираттағы еңеүҙәре менән һоҡландырҙы ла, ғорурландырҙы ла. Сөнки батыр яҡташыбыҙ Ғәлинур Сөләймәновтың рухы ла һис шикһеҙ шатланғандыр. Киләсәгебеҙ шундай рухлы, көслө йәштәр ҡулында булыуы ҡыуандыра. Афарин, еңеүселәребеҙ! Киләсәктә тағы ла бейегерәк үрҙәр теләйбеҙ!
Рәғиҙә Әхмәт ҡыҙы Истәкова, патриотик тәрбиә буйынса директор кәңәшсеһе.