Сибай институты менән бәйләнештәр нығый

Декабрь 6, 2022 Просмотров: 68
Сибай институты менән бәйләнештәр нығый

1 декабрҙә Өфө фән һәм технология университетының Сибай институты Иҫке Монасип мәктәбенең 10-11 класс уҡыусылары өсөн һөнәр һайлау йүнәлешендә вебинар ойошторҙо. Буласаҡ абитуренттар, экран аша булһа ла, юғары уҡыу йорто уҡытыусылары менән күҙмә-күҙ тигәндәй ҡарашып, фәһемле мәғлүмәт тыңланы, үҙҙәрен борсоған һорауҙарына кәрәкле яуап ишетте. Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, сентябрь айында был юғары белем усағында Бөрйән районы башлығы Ғәзиз Миңлеәхмәт улы Манапов һәм мәғариф бүлеге начальнигы Илшат Ғаяз улы Сәйфитдинов ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл артында осрашыу үткәйне. Был һөйләшеүҙең төп маҡсаты – белем биреү өлкәһенә йәш педагогтар әҙерләү өсөн яңы бәйләнештәр булдырыу ине. Улай ғына ла түгел, бөгөн республикала абруй яулаған институтты тамамлаусы йәш белгестәр райондың һәр өлкәһенә лә кәрәкле.
Бөгөнгө вебинарҙа институт директоры, педагогия фәндәре кандидаты, доцент Илдар Сәлихйән улы Хәмитов, “Теүәл фәндәр һәм математика” факультеты деканы, биология фәндәре докторы, профессор Илгиз Варис улы Һөйөндөков, ҡабул итеү комиссияһының яуаплы сәркәтибе, педагогия фәндәре кандидаты, доцент Юнир Миҙхәт улы Мәхмүтов, уҡытыу буйынса директор урынбаҫары, педагогия фәндәре кандидаты, доцент Гөлфиә Риза ҡыҙы Туйсина һәм “Экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу” йүнәлешенең 4-се курс студенты, Байназар ауылы егете Илнар Рәхимов ҡатнашты. Онлайн-осрашыуҙа сығыш яһаусылар бөтәһе лә бик ентекле һәм аңлайышлы итеп уҡыу йорто, һөнәр һайлау үҙенсәлектәре, ҡабул итеү комиссияһы эше, имтихандар тураһында бик матур итеп тәфсирләп һөйләп киттеләр. Бигерәк тә яҡташыбыҙ Илнар Рәхимовтың “Ни өсөн тап Сибай институтын һайлауы һәм уның өҫтөнлөктәре” тураһында һөйләүе онлайн-аралашыуҙы йәнләндереп ебәрҙе, ә инде вебинар башҡорт телендә барыуы мөнәсәбәттәрҙе тағы ла яҡынайтты.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк: Өфө фән һәм технология университетының филиалы булып торған Сибай институтында бөгөн “Педагогика”, “Технология”, “Иҡтисад һәм хоҡуҡ” факультеттарында 27 белем биреү программаһы һәм өҫтәлмә белем биреү буйынса уҡытыу алып бара. Унда алдынғы ҡарашлы һәм тәрән белемле педагогтар 2244 студентҡа белем бирә.
Шулай итеп, үҙ студенттарына тәрән һәм төплө белем биреү менән бер рәттән, тырыштарға белемен камиллаштырыу, һәләтлеләргә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшеү өсөн мөмкинлектәр ҙә бирә был юғары уҡыу йорто. Студенттарға күрһәтелгән социаль ярҙам, әүҙем ял итеү төрҙәре лә мәктәп уҡыусыларында ҡыҙыҡһыныу уятты. Онлайн осрашыу ике яҡ өсөн дә файҙалы һәм ваҡытлы сара булды. Артабан да хеҙмәттәшлекте дауам итербеҙ тигән ышаныста ҡалабыҙ.

Динара Ҡотлобаева.