Изгелек ҡылыу - ирекмәндәр эшмәкәрлеге нигеҙе.

Декабрь 6, 2022 Просмотров: 30
Изгелек ҡылыу - ирекмәндәр эшмәкәрлеге нигеҙе.
Йыл һайын 5 декабрҙә Ирекмәндәр көнө билдәләнә.Ул Рәсәй Федерацияһы Президентының 2017 йылдың 27 ноябрендәге 572 һанлы Указына ярашлы билдәләнә килә.
Ирекмәндәр, йәғни волонтерҙар, бөгөнгө көндә бик мөһим эштәр башҡаралар: етем балаларға, ололарға һәм башҡа ярҙамға мохтаж булған кешеләргә ярҙам; экологик субботниктар, төрлө спорт һәм мәҙәни сараларҙа ойоштороу эштәре, тәбиғәт бәләләре ваҡытында кешеләрҙе һәм хайуандарҙы ҡотҡарыу - волонтерҙар өсөн йәмғиәттә эш етәһе.
Иҫке Монасип урта мәктәбендә Ирекмәндәр көнөнә арналған йөкмәткеле клесс сәғәттәре үткәрелде. Уҡыусылар был изге эштең мөһимлеген һәм бик кәрәклеген аңланылар.
Рәғиҙә Әхмәт ҡыҙы Истәкова, патриотик тәрбиә буйынса директор кәңәшсеһе.