Рәғиҙә Истәкова еңеүселәр рәтендә

Декабрь 19, 2022 Просмотров: 33
Рәғиҙә Истәкова еңеүселәр рәтендә.
Ҡотлайбыҙ!!!

Кисә, 14 декабрҙә, "Башҡортостан" дәүләт концерт залында "Минең Рәми" төбәк-ара шиғриәт конкурсының гала-концерты уҙҙы. Ошо мәртәбәле бәйгелә беҙҙең коллегабыҙ, филология фәндәре кандидаты Истәкова Рәғиҙә Әхмәт ҡыҙы ҡатнашып, II урын яулап, 50 000 сертифат менән бүләкләнде. Уны ҙур сәхнәләге оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!!!
Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: бәйге 12 февралдә, шағирҙың тыуған көнөндә, башланды һәм өс этапта уҙҙы. Ситтән тороп ҡатнашыу өлөшөнә 800-ҙән ашыу кеше ҡатнашып, жюри тарафынан баһаланып, 26 августан 25 сентябргә тиклем барған телевизион конкурстың икенсе этабына 30 кеше үтте. Уларҙың эштәре ай дауамында Башҡортостан юлдаш телевидениеһы аша күрһәтелде, телеканалдың сайтында тамашасылар үҙенә оҡшаған сығыштар өсөн тауыш бирә алды. Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса конкурс финалына 18 ҡатнашыусы үтте.
Беҙ коллегабыҙҙың меңгә яҡын ҡатнашыусы араһынан финалға үтеүе һәм лайыҡлы сығыш яһап, еңеүе менән сикһеҙ ғорурланабыҙ һәм уның телебеҙ һағында торған һөнәрмән уҡытыусы, нәфис һүҙ оҫтаһы булыуы менән һоҡланабыҙ! Артабан да ижади уңыштар һеҙгә. Илһам, дәрт, көс менән балаларға белем, халҡыбыҙға рухи доньяғыҙҙың нурын таратып эшләргә һәм йәшәргә яҙһын.

Динара Ҡотлобаева.