Сағыу төҫтәр донъяһында
Декабрь 19, 2022
Просмотров: 33
Сағыу төҫтәр донъяһында
Иҫке Монасип урта мәктәбендә 7-10 класс ҡыҙҙары өсөн Пушкин картаһы проекты сиктәрендә ауыл китапханаһы тарафынан "Сағыу төҫтәр донъяһында" исемле сара үткәрелде: сараға саҡырылған Бикмәтова Миңлегөл Әбделғәни ҡыҙы ҡорама ҡорау буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Ҡорама түшәктәрҙән "Гүзәллеккә сәйәхәт" исемле күргәҙмә эшләнде. Ауыл китапханасыһы А.Мырҙағолова сараны шиғыр юлы менән асып, ҡорама ҡорауҙың халҡыбыҙҙың борондан килгән матур шөғөлдәренең береһе булыуы, ҡорамаға тотонорға ҡасандыр етешһеҙ тормош, мохтажлыҡ мәжбүр итһә, бөгөн килеп был йола кәсебенә, йола байрамына әүерелеп китеүе тураһында ҡыҫҡаса һөйләгәс, мәктәптең башҡорт теле уҡытыусыһы Ишемғужина Лилиә Самат ҡыҙы ҡораманың ижад эше булыуы, әһәмиәте тураһында һөйләне, ҡыҙҙарға кәңәштәрен бирҙе. Унан һуң һүҙ ауылыбыҙҙың уңған ағинәйе Миңлегөл Әбделғәни ҡыҙына бирелде: ул оҫталыҡ серҙәре менән уртаҡлашты, эш барышында уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап биреп, был шөғөлгә әсәһенән өйрәнеүен, әлеге күргәҙмәләге ҡорамаларҙың бөтә эштәренең өстән бер өлөшө генә булыуын, күбеһенең бүләккә китеп, йә һатып бөтөүе тураһында әйтеп үтте. Мәктәптең хеҙмәт дәресе уҡытыусыһы булараҡ Йыһанурова Марина Рафаил ҡыҙы ла ҡыҙҙарға сепрәк киҫәктәрен нисек бөкләргә, тегергә өйрәтешеп, кәңәштәрен бирҙе, әлеге мәлдә хеҙмәт дәресендә ҡорама ҡорауға өйрәнеүҙе башлап тороуҙары, был оҫталыҡ дәресенең бик ваҡытлы, кәрәкле булыуын телгә алып үтте. Уҡыусылар һәр әйткәнде иғтибар менән тыңлап, үҙҙәре лә тегеп ҡарап, эшкә өйрәнделәр, күргәҙмәләге ҡорамаларға һоҡландылар. Сарала ҡатнашыусылар ауылыбыҙҙың оҫтаһына рәхмәт белдереп, иҫтәлеккә фотоға төшөп, фәһемле саранан ҡәнәғәт булып таралыштылар.
Лилиә Самат ҡыҙы Ишемғужина, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.