Уңышлы баҡсабыҙҙың уңышы
Декабрь 19, 2022
Просмотров: 14
Уңышлы баҡсабыҙҙың уңышы
Мәктәп эргәһендәге уҡытыу-тәжрибә участкалары араһындағы район конкурсында беҙҙең Иҫке Монасип баҡсаһы I урынды яуланы! Йәшелсә баҡсаһындағы тәртип, таҙалыҡ, мул уңыш, сәскә түтәлдәренең оҫта зауыҡ менән урынлашыуы һәм яҙҙан алып көҙгәсә мәктәпте аллы-гөллө сәскәгә күмеп ултырыуы - барыһы ла уҡыусыларҙың, уҡытыусыларҙың, техник хеҙмәткәрҙәрҙең һәм, әлбиттә, быйылғы баҡса етәксеһе Бикмәтова Нурия Мырҙабай ҡыҙының намыҫлы һәм тырыш хеҙмәт һөҙөмтәһе ул. Нурия Мырҙабай ҡыҙының эште дөрөҫ ойоштора белеүе, үҙенә тапшырылған вазифаны яуаплы башҡарыуы мәктәбебеҙҙе уңышлы итте. Афарин!
Динара Ҡотлобаева