Һалдатҡа хат

Февраль 8, 2023 Просмотров: 145
Иҫке Монасип урта мәктәбе уҡыусылары Бөтә Рәсәй "Һалдатҡа хат" акцияһына бик теләп ҡушылды. Акцияның маҡсаты булып, Украинала барған хәрби операцияла йөрөүсе батыр яҡташтарыбыҙҙы яҡлау, һаҡлау, уларҙа дәрт - дарман, рух ныҡлығы, ышаныс, өмөт уятыу ине.
Хатты яҙа башлау менән һәр бер уҡыусының йөҙөндә уйланыу, борсолоу, һағыныу хистәре сағыла ине. Һәр кемеһе һалдат ағайҙарына үҙ сәләмдәрен, хәлдәрен еткереп, тыуған яҡтарына имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләнеләр.
Эйе, ысынлап та, балаларҙың "Еңеү яулап, иҫән-һау ҡайтығыҙ!", тигән теләктәре тормошҡа ашһын ине...