8 февраль - Рәсәй фәндәре көнө

Февраль 8, 2023 Просмотров: 50
8 февраля - День российской науки
8 февраль - Рәсәй фәндәре көнө
Иҫке Монасип ауылы – иң күп ғалимдар үҫтергән ауыл
Иҫке Монасип ауылы үҙенең гүзәл тәбиғәте, һәләтле һәм эшсән халҡы менән дан тота. Уның тағы ла бер ҙур өҫтөнлөгө бар: ауылыбыҙ ғалимдар үҫтереүе менән алдынғы урында тора. Унда бер фән докторы, дүрт фән кандидаты тыуған.
Беҙҙең ауылда 1935 йылда химия фәндәре докторы Ғәзизов Таһир Хәсән улы тыуа. Ҡазан дәүләт университетын тамамлағандан һуң, Рәсәй фәндәр академияһының Ҡазан химия институтында эшләй. Химия өлкәһендә бик күп хеҙмәт яҙа. Районыбыҙ үҙәгендә уның исемен йөрөткән урам да бар.
Ишемғужин Самат Барый улы – техник фәндәр кандидаты. Ул Иҫке Монасип ауылында 1928 йылда тыуа. Өфө нефть институтын тамамлай. Татарстандың Әлмәт ҡалаһында, алыҫ Себер тарафтарының Томск ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. Ғалимдың нефть һәм газ эшкәртеү буйынса фәнни эштәре бик күп. (ҡыҙғанысҡа күрә, фотоһы булманы)
Муллағолов Мирза Ғизетдин улы 1938 йылда беҙҙең ауылда тыуа. Ул тарих фәндәре кандидаты. Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй. Ғалим булараҡ, ул башҡорт халҡының кәсептәрен өйрәнә, күп хеҙмәттәр яҙа. Китаптары бик файҙалы, сөнки уларҙа халҡыбыҙҙың борон-борондан килгән оло хеҙмәте сағыла.
Педагогия фәндәре кандидаты Рәхмәтуллин Марат Тимерғәле улы 1981 йылда беҙҙең ауылда тыуа. Бөрө дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетын тамамлай. Аспирантурала уҡый, физика фәнен уҡытыу буйынса диссертация яҡлай. Бөгөнгө көндә Бөрө дәүләт педагогия институтының физика һәм ер төҙөлөшө кафедраһы мөдире булып эшләй.
Бән фәҡирегеҙ, йәғни Истәкова Рәғиҙә Әхмәт ҡыҙы, филология фәндәре кандидаты. Башҡорт дәүләт университетын, аспирантураны тамамланым. Башҡорт драматургияһы буйынса монография, күп кенә мәҡәлә авторымын. Яҙмышымды уҡытыусылыҡ эшенә бағышлап, оҙаҡ йылдар уҡыусыларға, студенттарға белем бирҙем. Бөгөн үҙемдең тыуған ауылымда балалар уҡытам.
Тағы ла ниндәй ҙур булмаған ауылдан шулай күп һанда фән әһелдәре үҫеп сыҡты икән?
Фән көнөндә уҡыусылар ауылыбыҙҙан сыҡҡан ғалимдарҙың тормошон өйрәнде. Аҙна башында үткәрелгән "Мөһим һөйләшеү"ҙәрҙә фәндең үҫеше, бөгөнгө асыштар тураһында белешмә алдылар. Урта кластарҙа "Фән донъяны ҡотҡарыр" тип исемләнгән викторина ойошторолдо. Сараларҙы 10-сы класс уҡыусылары, вожатыйҙар Сәғитова Әлфиә, Мирасова Айгөл, Атагелдиева Гөлсинә, Муллағолова Гөлбикә ойошторҙо.
Киләсәктә беҙҙең уҡыусылар араһынан да фән юлынан китергә теләүселәр булыр, тигән өмөт бар.
Рәғиҙә Әхмәт ҡыҙы Истәкова, филология фәндәре кандидаты.