Афған ере- йөрәк яраһы.

Февраль 14, 2023 Просмотров: 31
Афған ере- йөрәк яраһы.
Афған... Был һүҙҙе ишетеү менән күҙ алдына тау-ташлы рәхимһеҙ ҡояшлы афған ере күҙ алдына килеп баҫалыр. 15 февраль көнө Совет ғәскәрҙәрен Афған еренән сығарыуға 34 йыл тула. Ошо датаға арнап, Иҫке Монасип урта мәктәбендә уҡыусылар өсөн хәтер дәресе - класс сәғәттәре үткәрелде. Класс сәғәтенә Яңы Монасип ауылы ағинәйе, ветеран уҡытыусы Йәғәфәрова Шәмсинур инәй саҡырылғайны. Ул үҙенең туғаны, ошо ауыл егете, Афған һуғышында ҡатнашып, батырҙарса һәләк булған Йәғәфәров Азамат Фазулла улы тураһында һөйләне, үҙ хәтирәләрен, уның тураһында иҫтәлектәрен, хаттарын, фотоларын беҙгә еткерҙе. Шәмсинур инәйҙең һөйләгәндәрен тыныс ҡына тыңлап булманы. Сөнки батыр егетебеҙ Азамат Фазулла улына тыуған ауылына ҡурғаш табутта ҡайтырға тура килә... Был дәрес һағыш, моң, юғалтыу әсәһе һәм батырлыҡ тураһында булды. Афған һуғышы ни өсөн, кем өсөн?... Һуғыш нисек башланған, нисек тамамланған, күпме кисерештәр, күпме юғалтыуҙар тураһында уҡыусыларға еткерелде.
1979 йылдың 25 декабре көндө көндөҙгө сәғәт 3-тә совет ғәскәрҙәре Афған ерен үтеп инәләр.
Һуғыш беҙҙең илгә 15 меңгә яҡын ҡурғаш табут, 36 мең яралы, 312 хәбәрһеҙ юғалғандарҙы алып ҡайта. Һуғыш беҙҙең ил өсөн 60 млрд һумлыҡ аҡланмаған һәм кәрәкһеҙ сығым булып әүерелә. Бер кемгә лә хәбәр ителмәгән һуғыш 9 йыл 1 ай һәм 19 көн дауам итә. Күп йылдар үтте, әммә ул ерҙәрҙә булған ваҡиғалар бөгөнгәсә күптәрҙең йөрәгендә ауыр яра булып һаҡлана.
Афған ере... Кәрәкмәгән һуғыш һөҙөмтәһендә күпме гонаһһыҙ, әле йәшәргә лә өлгөрмәгән егеттәребеҙ иңдәрендә автоматтарын аҫып, тау-таш араһында афған халҡының тыныслығын яҡлап үҙ ғүмерҙәрен бирҙеләр. Күпме әсәнең ғәзиз балаһы өсөн ҡайнар күҙ йәштәре шишмә булып аҡты. Азамат Йәғәфәровҡа үҙе үлгәндән һуң ғына, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены тыуған йортона ҡайтарыла .
Йылдар уҙа, донъяға яңы быуындар килә. Әммә беҙ үҙебеҙҙең батырҙарыбыҙҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Улар һәр ваҡыт беҙҙең йөрәктәрҙә мәңгегә һаҡланыр.
Дәрес бер минут тынлыҡ һәм ошондай шиғыр юлдары менән тамамланды.

Мин Афғандан ҡайттым. әсәй,
Үҙем түгел, ҡош булып.
Һайрап торам талға ҡунып,
Йырҙарыңа ҡушылып.
Һыҙлайҙыр, әсәй, йөрәгең,
Ҡош һайрауын тыңлаһаң.
Мин ҡайтам бит ҡоштар булып
Һағынғанда йырлаһаң.
Мин Афғандан ҡайттым, әсәй,
Һыҙылып атҡан таң булып.
Бер кем күрмәй, сөнки атам
Бары һиңә танылып.
Мин Афғандан ҡайттым, әсәй,
Аҡтан да аҡ ҡар булып...

Ә беҙ иһә, уҡыусылар исеменән Шәмсинур инәйгә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм иҫәнлек, һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ.

Зөлфиә Таһир ҡыҙы Буранова, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәне уҡытыусыһы.