Уҡыусыларыбыҙ һынатмай.

Февраль 14, 2023 Просмотров: 21
Уҡыусыларыбыҙ һынатмай.

Үткән аҙнала Өфө ҡалаһында М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының спорт залында уҡыусыларҙың физик тәрбиә фәне олимпиадаһының республика этабы үтте. Олимпиадаға Башҡортостандың һәр районынан муниципаль этапты уңышлы үтеп, еңеүсе уҡыусылар йыйылған ине.
Иҫке Монасип урта мәктәбенең 9 класс уҡыусыһы Фәнүз Бурановҡа ла олимпиадала ҡатнашырга насип булды. Ике көн дауамында барған ярыштың тәүге өлөшөндә тест һорауҙарына яуап биреү булһа, икенсе өлөшөндә баскетбол, футбол, флорбол уйындарында ярышып үҙ көсөн һынаны. Әлбиттә, Фәнүз бер ҙә юғалып ҡалманы, уңышлы сығыш яһап, мәктәптең данын яҡлап ҡайтты.
Фәнүзде етәкләгән физик тәрбиә уҡытыусыһы Әйүпов Азат Әхмәт улына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм уларға иҫәнлек, һаулыҡ, уңыштар теләп ҡалабыҙ. Киләсәктә лә еңеүҙәрегеҙ күп булһын! Афариндар!

Зөлфиә Таһир ҡыҙы Буранова, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәне уҡытыусыһы.