Батырҙарҙы онотмайыҡ!
Февраль 16, 2023
Просмотров: 37
Батырҙарҙы онотмайыҡ!
Тап шундай теләк һәм маҡсат менән беҙҙең Иҫке Монасип урта мәктәбе уҡыусылары, уҡытыусылар коллективы, ауылыбыҙҙың ветерандар советы, депутаттар, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре бөгөн яугирҙар, тыл ветерандары обелискылары янында йыйылды. Ошо иҫтәлекле көн хөрмәтенә батырҙар обелискыларына сәскәләр, венок һалынды.
15 февраль - Афған һуғышы тамамланған, совет ғәскәрҙәренең афған еренән сығарылған көнө. Ун йылға яҡын барған һуғыш илебеҙгә ауыр юғалтыуҙар килтерҙе. Яҡташыбыҙ, ошо яуҙа батырҙарса һәләк булған Азамат Йәғәфәровтың исеме мәңгелек тарихына онотолмаҫ хәрефтәр менән яҙылды.
Илебеҙ тыныслығы һағында тороусы батырҙар беҙҙең күңелдәрҙә ғорурлыҡ хистәре тыуҙыра. Улар даны мәңгелек!
Бөгөн донъялар имен булһын! Халыҡтар тыныс тормошта йәшәһен, тигән теләк барыбыҙҙың уртаҡ теләге.
Рәғиҙә Истәкова.