Афарин, Әлфиә!

Февраль 18, 2023 Просмотров: 20
Афарин, Әлфиә!
17 февраль көнө Стәрлетамаҡ ҡалаһында Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө башҡорт гимназияһында Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған „XV Кейекбаев уҡыуҙары”республика фәнни-ғәмәли конференция булып үтте. Башҡортостандың 36 район һәм 11 ҡалаһынан, Ҡаҙағстан республикаһының Жубанов исемендәге Аҡтүбә региональ университетынан, Үзбәкстан республикаһының Учкудук ҡалаһынан, Хакасия республикаһының Абакан ҡалаһынан 150 уҡыусы, 17 студент ҡатнашырға килгән ине.
Ошо мәртәбәле сарала Иҫке Монасип урта мәктәбенең 8 класс уҡыусыһы Буранова Әлфиәгә лә ҡатнашырға насип була. Конкурстың 1-се этабында фәнни-эҙләнеү эшен ебәреп, 2-се этабына саҡырыу ҡағыҙын ҡулына ала ул. „Башҡортостан тарихы буйынса фәнни - эҙләнеү һәм проект эштәре” секцияһында 12 уҡыусы араһында уңышлы сығыш яһап, III дәрәжә диплом менән бүләкләнә. Әлфиәне ҙур еңеүе менән ҡотлайбыҙ.
Шулай уҡ етәксеһе тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәне уҡытыусыһы Буранова Зөлфиә Таһир ҡыҙына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Уларға иҫәнлек, һаулыҡ, уңыштар теләп ҡалабыҙ. Афарин!