«Атайсал.Беҙҙекеләр!»

Февраль 24, 2023 Просмотров: 35
«Атайсал.Беҙҙекеләр!»
20 февраль “Торатау” Конгресс-холында «Атайсал. Беҙҙекеләр!» медиа-конкурсы йәш хәбәрселәрҙе Беренсе фестивалгә йыйҙы һәм конкурс эштәренә йомғаҡ яһаны. Оҫталыҡ һабаҡтары! Меценаттар менән осрашыу! Бүләкләү тантанаһы! Еңеүселәргә шәп бүләктәр! Ҡыҙыл келәм! 4 номинация, 121 ғариза һәм йыһанский контент!!! Хатта текә сарала ҡатнашып ҡайттыҡ! Беҙҙең Иҫке Монасип мәктәбенән Артур Әбсәләмов менән Илгизәр Әмирханов ошо конкурстың "Интервью" номинацияһында ҡатнашып, 3-сө урынға лайыҡ булды!
Был матур проекттың маҡсаты ла Кесе Ватанға, атайсалға тоғро ысын илһөйәрҙәр, уларҙың изге ниәт менән башҡарған эштәре тураһында медиаконтент булдырыуҙа. Кесе Ватанына ярҙам ҡулы һуҙған шәхестәр һәр районда, ауылда бихисап. Беҙҙең уҡыусыларыбыҙ тырыш, әүҙем, ауылдашыбыҙ Көнәфин Рәжәп Мостафа улының Хисам ҡотоғон кәртәләп алыуы һәм уның маҡсаты тураһында интервью сюжет эшләнеләр. Ҡотоҡ һыуының ни тиклем саф, таҙа булыуы, лабораторияла тикшереү үтеүе, ауыл халҡының күпләп уны һыулауы, Тыуған илгә хеҙмәт итеү, яратыу, һаҡлау бәләкәй генә изге эштәрҙән башланыуы тураһында белделәр. Тағы ла конкурс финалына сығыусыларға "Мәктәбебеҙ меценаты" тигән темаға сюжет төшөрөргә өйгә эш бирелде. Икенсе геройыбыҙ итеп Көнәфин Ихсан Шәмсетдин улын һайланыҡ, сөнки мәктәп тормошонда ул һәр яҡлап ҡатнаша, ярҙам итә. Ҙур рәхмәт һеҙгә, Ихсан ағай.
Нимә була һуң –Атайсал? Атайсал — тыуған ил, тыуған ер, бәләкәй Ватан, Йәнтөйәк…. Әйткәндәй, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2023 йылды Йәнтөйәк өсөн файҙалы эштәр йылы тип иғлан итте.
Интервью геройыбыҙ Көнәфин Рәжәп ағай ҙа беҙҙең лайыҡлы еңеүебеҙ шатлыҡтарын уртаҡлашырға барҙы. Меценаттар конференцияһында атайсал геройҙары балаларҙың изге эште нимәнән, ҡасан башларға, меценат булыуы еңелме тигән һәм башҡа күп һорауҙарына яуап бирҙеләр, үҙ кәңәштәрен әйттеләр. Иң ҡыҙыҡлы һорау биреүсе уҡыусыға иҫтәлекле бүләктәрен бирҙеләр. Рәжәп ағай Бөрйән айыуы сувенирын алып килгәйне, ул бүләген сығарып биргәс балалар аһ итте , сөнки шундай бүләкте һәр кемдең отҡоһо килә ине.
УРРА, БЕҘ БУЛДЫРҘЫҠ, БУЛДЫРАБЫҘ, БУЛДЫРАСАҠБЫҘ!!!