Мауыҡтырғыс уйын ул - "зарница"

Февраль 25, 2023 Просмотров: 13
Мауыҡтырғыс уйын ул - "зарница"

Ғәҙәттәгесә, февраль айы мәктәптә спорт уйындары менән үтә. "Зарница"лар уйын ине, уйын тип һанаманыҡ - ярыш сәмле һәм көсөргәнешле барҙы. Уҡыусыларыбыҙ был уйынды йылда түҙемһеҙләнеп көтөп алалар. Мәктәптең башланғыс класс уҡыусылары өсөн Ватан һаҡсылары көнөнә арналған хәрби-спорт уйындары "Зарница" ҙур әүҙемлек менән үтте. 2 батальонға тупланған "хәрбиҙәр" эстафета барышында бер нисә этаптан торған һынау үтте. Ярыштың һәр этабы уҡыусыларҙан физик көс, ҡыйыулыҡ, етеҙлек талап итте. Командирҙар - 4-се класс уҡыусылары - Йыһануров Исмәғил һәм Вәлиев Ғосман етәкселегендәге батальондар араһындағы ярыш "хәрбиҙәр "ҙең ныҡлы әҙерлеген мауыҡтырғыс һәм сәмле уйыны аша иҫбатланы.

Нурия Мырҙабай ҡыҙы Бикмәтова, физик тәрбиә уҡытыусыһы.