Эшҡыуарҙар бүләк биреп һөйөндөрҙө

Февраль 27, 2023 Просмотров: 19
Эшҡыуарҙар бүләк биреп һөйөндөрҙө

Бөрйән шәхси эшҡыуарҙары араһында мәктәпкә иғтибар бүлеп, һәр яҡлап ярҙам күрһәтеүселәрҙең булыуы ҡыуандыра. Ошо көндәрҙә Илнур Булат улы Шәмиғолов етәкселегендәге эшҡыуарҙар төркөмө беҙҙең мәктәп уҡыусыларына волейбол туптары, кик-боксинг өсөн һаҡланыу саралары (наколенниктар) бүләк итеп һөйөндөрҙө. Спортты үҫтереүгә үҙ өлөштәрен индереп, балаларҙа спортҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләүгә булышлыҡ итеүсе эшҡыуарҙарыбыҙға рәхмәтебеҙҙе еткереп, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ!