Хәүеф-хәтәрҙән һаҡланырға өйрәнәбеҙ
Март 1, 2023
Просмотров: 24
Хәүеф-хәтәрҙән һаҡланырға өйрәнәбеҙ
Бөгөн, 1 мартта, Иҫке Монасип мәктәбендә уҡыусылар өсөн таныш, әммә ғәҙәти булмаған 4 тапҡыр ҡыңғырау шылтыраны. Уҡыусылар, шул уҡ секундта кейенешә һалып, мәктәп ихатаһы алдына теҙелеп баҫты. Был ғәҙәттән тыш хәлдәр ваҡытында ғына яңғырай торған ҡыңғырау билдәһе ине. Янғын, йә кеше ғүмеренә хәүеф тыуҙырған башҡа осраҡтарҙа уҡыусыларҙы эвакуациялау тәртибен хәтергә төшөрөү өсөн профилактика сараһы булды был. Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы Ҡотлобаев Азамат Йәмил улы уҡытыусыларға, уҡыусыларға һәм техник хеҙмәткәрҙәргә ошондай осраҡта үҙеңде нисек тотоу, тәртип һәм яуаплылыҡ ҡағиҙәләрен иҫкәртеп үтте. Был профилактик сара бөтәһе өсөн дә фәһемле булды.