"Урал батыр"
Март 5, 0202
Просмотров: 19
Бөгөн, 3 март көндө, уҡыусыларыбыҙ менән Иҫке Собханғол мәктәбендә үткән бик фәһемле сарала ҡатнашып ҡайттыҡ. Унда быйыл "Урал батыр" эпосын һөйләүселәр конкурсының 25 йыллыҡ юбилейына әҙерлек маҡсатында "Урал батыр" мәктәбе үтте. М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт фольклоры ғилми-тикшеренеү үҙәге етәксеһе Солтангәрәева Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы, ошо уҡ үҙәктең баш ғилми хеҙмәткәре, яҡташыбыҙ Хөббөтдинова Нәркәс Әхмәт ҡыҙы һәм 3 курс студенты Әминева Зөлфиә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына, шулай уҡ конкурста ҡатнашыусы уҡыусыларға, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренә оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Профессорҙар үҙҙәренең тәжрибәһе, оҫталыҡ серҙәре менән уртаҡлашып ҡына ҡалманы, ә балаларҙы сәхнәгә сығарып, уларҙы публика алдында үҙҙәрен иркен тоторға, дикция өҫтөндә эшләргә, баҫымды, интонацияны дөрөҫ ҡуйырға, образға инергә өйрәтте. Кескәйҙәрҙән алып оло класс уҡыусыһына тиклем һәм педагогтар өсөн дә бик мауыҡтырғыс, фәһемле һәм кәрәкле сара булды был.