Педагог һәм остаз йылын астыҡ

Март 18, 2023 Просмотров: 18
17 март көндө Иҫке Монасип мәктәбе Педагог һәм остаз йылын асып, ауыл мәҙәниәт йортонда ҙур концерт ойошторҙо.
Сара мәктәптең “Юнармия” хәрби-патриотик йәмғиәт хәрәкәте уҡыусыларының марш аҫтында Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт флагтарын индереүе һәм гимн яңғырауы менән башланып китте. Байрамдың тантаналы өлөшөн асып, мәктәп директоры Данил Камил улы Ҡотлобаев барыһын да сәләмләп, ҡотлап үтте һәм олимпиада йомғаҡтары буйынса яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән уҡытыусыларға Маҡтау ҡағыҙҙары, сараға саҡырылған ҡунаҡтар - ауылдашыбыҙ һәм элекке коллегабыҙ, район хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Ғайса Әхәт улы Хәлитовҡа, район мәғариф бүлеге начальнигы Илшат Ғаяз улы Сәйфитдиновҡа, Иҫке Монасип балалар баҡсаһы мөдире Миңнур Әбделғәни ҡыҙы Әмирхановаға һәм Яңы Монасип башланғыс мәктәп-балалары баҡсаһы мөдире Ләйлә Нурислам ҡыҙы Сәғитоваға күрһәткән ярҙамдары һәм хеҙмәттәшлек итеүҙәре өсөн Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Балаларға белем һәм тәрбиә биреү өлкәһендәге күрһәткән ҡаҙаныштары өсөн башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлизә Вәлиева, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлназ Ҡыуандыҡова, математика уҡытыусыһы Зәлиә Атауллина район мәғариф бүлегенең, физкультура һәм биология уҡытыусыһы Азат Әйүпов менән башланғыс кластар уҡытыусыһы Вәсилә Әмирханова район хакимиәтенең Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде. Ветеран уҡытыусылар иһә мәктәп коллективынан иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуанды.
Артабан уҡыусылар, уҡытыусылар тарафынан әҙерләнгән бай программалы концерт сараны дауам итте. Сәхнә тултырып торған ҡумыҙсылар ансамбленең (етәкселәре Розалия Айытбаева), гимнастика түңәрәгенә йөрөгән ҡыҙҙар Сәлимә һәм Зилиә Ҡотлобаеваларҙың сығыштары (етәкселәре – Нурия Бикмәтова) үҙенсәлеклеге һәм яңылығы менән тамашаға балҡыш бирҙе. 5-се класс уҡыусыһы Гөлдәриә Йомағолова менән 8-се класс уҡыусыһы Альбина Көнәфинаның йырҙары ла тамашасы күңелен арбаны. Уҡытыусыларҙың “Йәшлек” бейеү ансамбле сәхнә йәме ине. Гөлназ Ҡыуандыҡова һәм ветеран уҡытыусы Заһир Дәүләтбирҙиндың йырҙары күптән халыҡ һөйөүен яулаған инде. Әнис Ишемғужиндың баянына ҡушылып Рушан Ҡарағолов, Азат Әйүповтың ҡурайҙа уйнауы ла тамашасы танһығын ҡандырҙы. Тулы составтағы уҡытыусылар коллективы нисек юғары нотала концертты башлап ебәрһә, ошо уҡ кимәлдә тамамлап ҡуйҙы. Кешелеккә белем серҙәрен төшөндөрөүсе, уларҙан шәхес тәрбиәләүсе уҡытыусыларға дан йырлаған сара ике быуын – педагог һәм остаздарҙың - иҫтәлеккә төшкән фотоһы менән тарихҡа инеп ҡалды.
Динара Ҡотлобаева