“Урал батырҙың ҡышҡы уйындары-2023”
Март 16, 2023
Просмотров: 27
11 мартта Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының үҙәк утарында “Урал батырҙың ҡышҡы уйындары-2023” үтте. Унда беҙҙең мәктәп уҡыусылары ла традицион уҡтан атыу буйынса турнирҙа ҡатнашып, 8-се класс уҡыусыһы Зәлиә Йомағолова 2-се урын яуланы. Уғатар ҡыҙыбыҙҙы һәм уларҙың етәксеһе физик тәрбиә уҡытыусыһы Азат Әхмәт улы Әйүповты сираттағы еңеүе менән ҡотлайбыҙ!