Йөрәк һүҙен әйтте уҡыусылар

Март 21, 2023 Просмотров: 17
Йөрәк һүҙен әйтте уҡыусылар

17 март көнө Иҫке Собханғол урта мәктәбенең тамаша залында мәктәп уҡыусылары араһында “Йөрәк һүҙе” район конкурсы үтте. Шиғри бәйгелә 50-гә яҡын уҡыусы ҡатнашып, үҙҙәрен тел бәҫен аңлауҙа, һүҙ аһәңен биреүҙә, шағир һүҙен йөрәктәргә етерлек итеп еткерә алыуҙа, тойомлауҙа һынаны. Был конкурс Педагог һәм остаз йылына арналып тыуған илебеҙ, еребеҙ өсөн яу яланында үҙҙәренең ғүмерҙәрен аямай көрәшкән егеттәр, Бөрйән тәбиғәте, ысын кешелеклелек хаҡында булды. Сара район кимәлендә әле саҡ беренсегә генә үткәрелде, ойоштороусыһы- Балалар ижады үҙәге педагогы Венера Наил ҡыҙы Манапова.
Был матур конкурста беҙҙең мәктәп уҡыусылары ла ҡатнашып, уңышлы сығыш яһаны. 8-се кластан Көнәфин Рәсил 2-се урын, Әхмәтова Гөлназ 1-се урын, 7-се кластан Муллағолова Гөлсинә 1-се урын яуланылар. 5-се класс уҡыусыһы Көнәфина Яҙгөл дә бик матур сығыш яһаны. Әхмәтова Гөлназ Риф Мифтаховтың “Шашма, Америка!” шиғыры менән “Иң яҡшы шиғыр” номинацияһында еңеүгә өлгәште.
Бәйгеселәрҙе һәм уларҙы конкурсҡа әҙерләүсе етәкселәре башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәғиҙә Әхмәт ҡыҙы Истәкованы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!

Гөлназ Рафаил ҡыҙы Ҡыуандыҡова,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы