Спартакиада
Март 21, 2023
Просмотров: 14
20 март район мәғариф ойошмаларының "Һаулыҡ" физкультура - сәләмәтләндереү Спартакиадаһы булып үтте. Спорт байрамы башынан алып аҙағына тиклем бик йәмле һәм сәмле барҙы.
Иҫке Монасип урта мәктәбе үҙенең Нәби, Тимер филиалдары хеҙмәткәрҙәренән тупланған йыйылма командаһы менән гир күтәреү, теннис, йөҙөү, саңғы спорт төрҙәрендә лайыҡлы сығыш яһап ҡайтты.
Әлбиттә, ярыш булғас еңеүсеһе лә, еңелеүсеһе лә була. Йөҙөү буйынса Әйүпов Азат Әхмәт улы - беренсе, Ҡарағолов Рушан Мозафар улы - өсөнсө , теннис ярышы буйынса Тимер филиалынан Арсланғужина Рәсимә Ҡадир ҡыҙы - өсөнсө, гир күтәреү буйынса Буранов Даян Кәбир улы - беренсе урындарҙы яулауға ирештеләр.
Матур, сәмле спорт байрамын ойоштороусы Профсоюз һәм Мәғариф бүлегенә, судъяларға һәм дә мәктәп данын яҡлап сығыш яһап ҡайтҡан коллегаларға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Коллектив эсендә һәм мәктәп - ара берҙәмлекте, дуҫлыҡты нығытыусы был сара мөһим һәм кәрәк. Киләсәктә лә ошондай саралар үткәрелеп торһон тигән теләктә ҡалайыҡ. Барығыҙға ла һаулыҡ, ғаилә именлеге, бәхет, ҡыуаныстар теләйбеҙ. Донъялар имен һәм тыныс булһын!
Зөлфиә Таһир ҡыҙы Буранова, профком председателе.