Йәш хәбәрселәр, алға!

Март 23, 2023 Просмотров: 20
Иҫке Монасип мәктәбе уҡыусылары Өфө фән һәм технологиялар университеты үткәргән журналистика буйынса "Вперед, юнкор!" III Республика конкурсында ҡатнашып, үҙҙәрен оҫта ҡәләм эйәләре булараҡ танытты. 8-се класс уҡыусыһы Әлфиә Буранова репортаж жанрында, 7-се класс уҡыусыһы Гөлсинә Муллағолова статья яҙып, еңеү яуланы. 10-сы класс уҡыусыһы Сәғитова Әлфиә рус телендә экология проблемаһын күтәреп яҙған мәҡәләһен тәҡдим итте. Етәкселәре - Ҡотлобаева Динара Ишбулат ҡыҙы.
Шуны билдәләп үтеү мөһим: был уҡыусылар ошо уҡыу йортоноң журналистика факультетына уҡырға барған осраҡта, уларға өҫтәлмә балл биреләсәк. Шәп бит! Афарин, уҡыусылар!