"Алдынғылар хәрәкәте"

Март 25, 2023 Просмотров: 41
#навигаторыдетства#Росдетцентр#открытиепервичныхорганизаций РДДМ#РДДМ#Навигаторыдетства РБ
Бөгөн беҙҙең мәктәптә "Алдынғылар хәрәкәте" Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең беренсел ойошмаһы асылды. Был хәрәкәттең йүнәлештәре балаларҙы белем алыуҙа. ижадта, Ватанды һаҡлауҙа, фән һәм технологияла, хеҙмәт һәм спортта, тәбиғәтте һаҡлау эшендә алдынғы ҡарашлы, илһөйәр рухта тәрбиәне тормошҡа ашыра.
Тантанала мәктәптең барлыҡ уҡыусылары, уҡытыусылар, ата-әсәләр комитеты ҡатнашты.
Балалар ойошмаһына киләсәктә уңыштар теләйбеҙ! Һәр бала тормошта үҙ урынын табып, Ватаныбыҙҙың лайыҡлы шәхесе булып үҫһен!
Рәғиҙә Истәкова, тәрбиә һәм балалар ойошмалары менән бәйләнеш буйынса директор кәңәшсеһе.