Папа, мама, я - спортивная семья
Январь 9, 2024
Просмотров: 267
Бөгөн Иҫке Монасип мәктәбендә Тимер филиалы менән берлектә "Ҡышҡы ғаилә уйындары - 2024" үтте. Унда бөтәһе биш команда ҡатнашты. Саф һауала уҙған был уйын балаларға ғына түгел, атай-әсәйҙәрҙең үҙҙәренә лә оҡшай. Ни тиһәң дә, донья мәшәҡәттәренән бер аҙ арынып, бергәләп уйнап, ял итеү - үҙе үк ғаиләне берләштереүсе ҡыуаныслы бер мәл бит. Бөгөнгө ҡатнашыусыларыбыҙ ҙа сәмләнешеп кемуҙарҙан йүгерешеп, ярышып тәндәрен яҙып, күңелдәрен көрәйтте, кәйеф юғарылығына өлгәште. Уйын тамамланғас, барыһы ла мәктәп ихатаһында урынлашҡан паровоз-кафела йылы тәмле сәй эсеп, тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
Шулай итеп, Тимер филиалынан Дәүләтҡужиндар ғаиләһе иң күп мәрәй йыйып, еңеүсе тип табылды һәм улар иртәгә үтәсәк "Ғаилә ҡышҡы уйындары" район этабында мәктәп данын яҡлаясаҡ. Уларҙан аҙ ғына ҡалышып Тимерҙән Алтынбаевтар ғаиләһе 1-се урынға сыҡты. Иҫке Монасип мәктәбенән Ҡарағоловтар һәм Тимер филиалынан Алтыншиндар ғаиләһе 2-се урын, ә Иҫке Монасип мәктәбенән Ишемғужиндар ғаиләһе 3-сө урынға лайыҡ булды. Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла Маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Уларға һәр ваҡыт шулай сәләмәт тормош яҡлы булып йәшәүҙәрен һәм ошо традицияларына тоғро ҡалыуҙарын теләйбеҙ.
Ҡотлобаева Динара Ишбулат ҡыҙы, педагог-психолог