Һөнәр һайлау - мөһим эш

Январь 25, 2024 Просмотров: 312
Һөнәр һайлау - мөһим эш
24 ғинуарҙа мәктәптә "Һөнәр һайлау - мөһим эш" темаһына осрашыу булды.
Һөнәр һайлау, тормошта үҙеңдең урыныңды табыу – бик яуаплы, мөһим эш. Был мәсьәләлә балаға ата-әсәһенең, ололарҙың кәңәше кәрәк.
Һәр бер кеше һөнәрҙе үҙенең мөмкинселектәренә, һәләтенә ҡарап һайлай. Модаға эйәреп, башҡалар шуны һайлағас, мин дә шуны һайлайым тип, йәки ата-әсәһенең талабы буйынса һөнәр һайлаусылар бар. Шуға ла күп кенә осраҡта йәш кеше үҙенең алған һөнәре буйынса эшләй алмай. Улар күбеһе ҡалала төйәкләнеп, төрлө эштә йөрөй.
Бөгөнгө заманда ауылдар әкренләп юҡҡа сығып, халыҡ ҡала кешеһенә әүерелә. Шул уҡ ваҡытта ауылда ҡалған бик күп ғаиләләр матур йәшәй, балалар үҫтерә, эшләй. Ҡала тормошонан кәм йәшәмәй. Хатта өҫтөнлөклө яҡтары күп: саф һауа, иркенлек, таҙа экологик аҙыҡ, үҙ эшеңде үҫтереүгә, унан килем алыуға мөмкинселектәрҙең киң булыуы һ.б.
Был йәһәттән беҙҙең ауылда тап шундай ғаиләләр күп. Шул уҡ ваҡытта ауылын ташлап, ҡалаға күскән ғаиләләр ҙә бар.
Ауылдарҙы һаҡлап алып ҡалыу – мөһим проблема. Ауыл элек-электән халыҡты аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүсе. Ауылда халыҡтың рухи ҡиммәттәре һаҡлана. Тыуған ерҙә милли үҙаң көслө.
Балалар менән осрашыуға ауылыбыҙҙың ихтирамлы кешеләре – матур итеп донъя көткән, үҙ һәләттәре, тырыш хеҙмәте ярҙамында ҡала шарттарынан да яҡшыраҡ йәшәгән шәхестәр килде. Хаҡлы ялдағы уҡытыусы Сабит Бикмәтов, балаҫтар оҫтаһы Таңһылыу Ҡарағолова, өйҙәр һалыусы, мейестәр төҙөүсе Илтуған Һатыбалов, рәссам һәм ҡул оҫтаһы Гөлфирә Көнәфина, ауыл советының элекке рәйесе Хәбир Йомағолов, хәҙерге көндә ауыл советы рәйесе булып эшләүсе оҫта ҡуллы Илгиз Муллағолов. Улар уҡыусыларға үҙ хеҙмәт емештәре, һөнәрҙе дөрөҫ һайлау кәрәклеге тураһында һөйләнеләр.
“Ауылда эш юҡ” тигән фекер дөрөҫмө? Осрашыуҙың ошо сетерекле һорауға яуап алыу маҡсаты үтәлде. Балалар был һорауға яуап тапты.
Күңелгә яҡын профессия һайлап, белем алып, тыуған яҡтарыңа ҡайтып, эшеңдән һәм тормошоңдан йәм табып йәшәү үҙе ҙур бәхет.
Р.Ә.Истәкова, тәрбиә буйынса директор кәңәшсеһе