Ял итеп ҡайттылар
Январь 24, 2024
Просмотров: 282
Иҫке Монасип урта мәктәбенең 7 класс уҡыусылары "Урал" физкультура- һауыҡтырыу комплексына барып ял итеп ҡайттылар. Тәүҙә саф һауала катокта конькиҙа шыуһалар, аҙаҡ бассейнға төшөп рәхәтләнеп һыу инделәр. Балалар ялдан дәрт алып, ҡыуанып ҡайттылар.