Уңыш артынан уңыш!

Февраль 17, 2024 Просмотров: 38
Уңыш артынан уңыш!
16 февраль көнө Стәрлетамаҡ ҡалаһында Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө башҡорт гимназияһында Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған „XVl Кейекбаев уҡыуҙары”республика фәнни-ғәмәли конференция булып үтте. Башҡортостан районы һәм ҡалаларынан , Ҡаҙағстан республикаһының Жубанов исемендәге Аҡтүбә региональ университетынан, Үзбәкстан республикаһының Учкудук ҡалаһынан, Хакасия республикаһының Абакан ҡалаһынан 130 уҡыусы, 17 студент ҡатнашырға килгән ине.
Ошо мәртәбәле сарала Иҫке Монасип урта мәктәбенең 8 класс уҡыусыһы Көнәфина Раушанияға ла ҡатнашырға насип була. Ул үҙенең етәксеһе тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәне уҡытыусыһы Буранова Зөлфиә Таһир ҡыҙы менән 1-се этабына фәнни-эҙләнеү эшен ебәреп, 2-се этабына саҡырыу ҡағыҙын ҡулына ала ул. „Ғаилә ҡиммәттәрен һаклау” секцияһында 18 уҡыусы араһында уңышлы сығыш яһап, I дәрәжә диплом менән бүләкләнә. Раушанияны республика кимәлендәге ҙур еңеүе менән ҡотлайбыҙ.
Уға иҫәнлек, һаулыҡ, уңыштар теләп ҡалабыҙ. Афарин, Раушания!