23 февраля - День защитника Отечества.
Февраль 24, 2024
Просмотров: 33
23 февраля - День защитника Отечества.
Ватанды һаҡлаусылар көнө илебеҙҙә киң билдәләнә. Тыуған илде һаҡлау - ир-егеттәрҙең иң изге бурысы. Был көндә мәктәптәрҙә илһөйәрлек, ватансылыҡ рухы тәрбиәләү буйынса күп саралар үтә. Шуларҙың араһында "Зарница" хәрби-патриотик уйыны бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс.
Быйылғы йылда ла был сара матур ойошторолдо. Хәүефһеҙлек нигеҙҙәре уҡытыусыһы Азамат Йәмил улы Ҡотлобаев, физкультура уҡытыусыһы Азат Әхмәт улы Әйүпов, класс етәкселәре уҡыусылар менән бергә үҙәк урамда ҙур күләмле ярыштар үткәрҙе. Көн һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, был матур сарала күпселек уҡыусылар ҡатнашты. Улар иң көслө, һыуыҡҡа сыҙамлы балалар булып сыҡты. Һалҡында кем тиҙерәк йүгерә, мылтыҡтан төҙөрәк ата, "мина яланы"нан миналарҙы эҙләп таба, ҡаршылыҡтар аша үтә, "яралы һалдат"ты тиҙерәк санчасҡа илтә, мылтыҡты тиреп ҡора,тау башындағы ил сиге һаҡсыһына ҡуйылған һәйкәл янына батальон менән бергә барып теҙелә - был ярыштар барыһы ла бик сәмле барҙы. Ике батальон да еңеүгә ынтылды.
"Зарница" - ситтән ҡарағанда уйын ғына булһа ла, унда һәр ҡатнашыусы үҙен ысын һалдат итеп тоя, еңеүгә ынтыла. Афарин, уҡыусылар!
Буласаҡ ил һаҡсылары Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы яугирҙарға, тыл ветерандарына ҡуйылған һәйкәлдәргә венок һалдылар. Фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәшкән батыр ауылдаштарыбыҙ, ата-олатайҙарыбыҙ, халыҡ хәтеренән юғалмай.
Ватанды һаҡлаусылар көнөндә бер теләк - илебеҙ күге аяҙ булһын, һуғыштар булмаһын!
Р.Ә. Истәкова, тәрбиә буйынса директор кәңәшсеһе.