"Еҙ үксә"

Май 5, 2024 Просмотров: 1479
4 май көнө Яңы Усман ауыл мәҙәниәт йортонда Украина ерҙәрендә барған махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Бикбулатов Байегет Рәфис улының яҡты иҫтәлегенә үткәрелгән "Еҙ үксә" бейеү конкурсында мәктәбебеҙҙең "Дуҫлыҡ" һәм "Йыһан" бейеү ансамблдәре уңышлы ғына сығыш яһап ҡайттылар. Йылда үткәрелеп килгән был мәртәбәле бәйгелә 25 бейеү араһынан
7-12 йәшлектәр араһында "Дуҫлыҡ" ансамбле 1-се дәрәжәләге дипломға (ет. Йыһанурова М.Р.), 13-17 йәшлектәр араһында "Йыһан" ансамбле ҡыҙҙары 3-сө дәрәжәләге дипломға (ет. Көнәфина Г. А.) лайыҡ булдылар. Афариндар!
Уҡыусыларға артабан уҡыуҙарында уңыштар, дәрт-дарман, һаулыҡ теләйбеҙ. Конкурсҡа алып барып йөрөтөп ҡайтҡан мәктәп етәкселегенә һәм атайҙарға ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Көнәфина Г. А., һынлы сәнғәт уҡытыусыһы.