“Дан йырлайым һиңә, мәктәбем”
Май 3, 2024
Просмотров: 1066
Иҫке Монасип мәктәбенең 100 йыллыҡ юбилейына ҡарата, мәктәп администрацияһы “Дан йырлайым һиңә, мәктәбем” исемле шиғыр һәм хикәйәләр бәйгеһе иғлан итә.
Бәйгенең маҡсаты:
1. Мәктәбебеҙҙең 100 йыллыҡ тормош юлына, уның тарихына ҡыҙыҡһыныу уятыу, мәктәптән сыҡҡан шәхестәренең ижад емештәрен киңерәк пропагандалау.
2. Йәш быуында тыуған еребеҙгә, Башҡортостаныбыҙға һөйөү тәрбиәләү,
3. Үҫеп килеүсе йәш быуындың, уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен асыу.
Бәйге шарттары:
Конкурс бер турҙа үтә.
Шиғыр һәм хикәйәләр бәйгеһендә йәш айырмаһына ҡарамай, беҙҙең мәктәпкә ҡағылышы булған һәр кеше ҡатнаша ала.
3. Бәйгелә ҡатнашыусылар араһында йәш айырмаһы юҡ.
4. Ҡатнашыусыларҙың шиғыр, хикәйәләре электрон вариантта ҡабул ителә.
5. Шиғыр, хикәйәләр мәктәбебеҙгә, тыуған яғыбыҙға, ошо ерҙә йәшәгән кешеләренә арналған булырға тейеш.
6. Бәйгелә ҡатнашыусы ижади эшенең исемен, әҫәрҙең үҙен, тулыһынса исем шәрифен, телефон һандарын һәм датаһын яҙып, 89273072954 һандары буйынса ватсабҡа йә булмаһа: Abuar@mail.ru электрон почтаға темаһын конкурсҡа тип яҙып ебәрергә тейеш.
7. Һәр ҡатнашыусы 1 хикәйә, йә иһә 1 шиғыр ебәрә ала.
8. Хикәйәнең эстәлеге ҡатнашыусының үҙенең мәктәп тормошонда ҡыҙыҡлы хәлдәргә бәйле булыуы мөмкин.
Жюри ағзалары: Иҫке Монасип мәктәбенең тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары.
Шиғырҙар һәм хикәйәләр айырым баһаланып, һәр жанрҙа 1, 2, 3 урындар билдәләнәсәк.
Еңеүселәрҙе ҡиммәтле бүләктәр көтә.
Бәйгегә ижади эштәр 30 июнгә тиклем ҡабул ителә.