“Мәктәбемдең алтын тарихы”
Апрель 29, 2024
Просмотров: 481
“Мәктәбемдең алтын тарихы” китабы юл башы алды, йәки иң ҙур китап ҡайҙа – Монасип мәктәбендә!
23 апрель – Бөтә донъя китап һәм автор хоҡуҡтары көнө. Тап шул көндә беҙҙең мәктәбебеҙҙә иҫтәлекле ваҡиға булды. Ҙурлығы буйынса районыбыҙҙа ғына түгел, республикабыҙҙа ла тиңдәше булмаған китап – “Мәктәбемдең алтын тарихы” исемле китаптың исем байрамы үтте. Ул бер данала баш ҡалабыҙҙың “Самрау” нәшриәтендә баҫылды. Киңлеге 65 см, бейеклеге - 95см.
Быйыл Иҫке Монасип мәктәбе барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыу уңайынан, уның оҙон, данлы үткән юлын тарихта яҙып ҡалдырыу, киләсәк быуындарға еткереү маҡсатында, мәктәп директоры Данил Камил улы Ҡотлобаев ошо оло китапты булдырыу идеяһы менән коллективҡа мөрөжәғәт итте һәм хуплау тапты. Әлбиттә, бик маҡтаулы һәм кәрәкле эш нисек хупланмаһын? Китаптың тәүге битендә урынлашҡан Монасип ауылы һәм мәктәбенең тарихын яҙыуҙа ауылдаштарыбыҙ, хаҡлы ялдағы уҡытыусыларыбыҙ ҙа ярҙам ҡулын һуҙҙылар. Бына улар: Дәүләтбирҙин Заһир Сәлих улы, Рахманғолов Рәил Рәмзи улы, Сәғитова Нәсимә Ғилман ҡыҙы, Бикмәтов Сабит Мәжит улы,Ҡотлобаев Йәмил Ишбулды улы, Буранова Зөлфиә Таһир ҡыҙы, Сәғитова Ләйлә Нурислам ҡыҙы, Абдуллина Альмира Ғүмәр ҡыҙы,Ҡотлобаева Сания Шәһит ҡыҙы, Абдуллин Ришат Әмир улы, Муллағолова Зәкиә Мөҙәрис ҡыҙы, Рахманғолов Рауил Рәмзи улы. Ошондай ҙур күләмдәге китапты баҫтырыу - сығымдар ҙа талап итә. Ауылдаштарыбыҙ Көҫәпҡолов Зөфәр Мөхәмәтулла улы,Ҡотлобаев Даян Камил улы,Көнәфин Фәһим Фәрит улы,Бикмәтов Кәрим Рәүхәт улы ошо изге эшкә үҙ өлөштәрен индереп, ҙур ярҙам күрһәттеләр. Уларға мәктәп коллективы исеменән ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Китаптың төп үҙенсәлеге шунда: унда мәктәптең тарихи фотолары урынлаштырылып, ҡыҫҡаса тарихы яҙылып барыласаҡ. Байрам көнөндә уның тәүге фотоһы йәбештерелде лә инде. Уны китапҡа Данил Камил улы менән уҡыу алдынғыһы, 11-се класс уҡыусыһы Яҙгөл Йомағолова урынлаштырҙы.
“Мәктәбемдең алтын тарихы” китабының юл башы хәйерле булһын! Районыбыҙҙың иң оло белем усағының береһе Иҫке Монасип мәктәбе тарихы ысын мәғәнәһендә алтын хәрефтәр менән яҙылырлыҡ данлы ла, һоҡланғыс та. Сөнки районыбыҙ ауылдарының һәр береһендә тиерлек тәүге уҡытыусылар тап ошо мәктәптә белем алып сығып, аҙаҡ төрлө ауыл мәктәптәрендә мәғрифәт орлоҡтары сәскәндәр. Ә ниндәй күркәм шәхестәр, төрлө һөнәр эйәләре тамамлаған туған мәктәбебеҙҙе! Беҙҙең мәктәптә уҡытҡан уҡытыусыларыбыҙҙың фиҙаҡәр хеҙмәт емештәре улар. Ошолар тураһында мәғлүмәт һәм фотолар - барыһы ла ҡәҙерле китап эсендә урын аласаҡ.
Мәртәбәле сарала район Советы депутаты Р.Р. Рахманғолов, ветеран уҡытыусылар: З.С Дәүләтбирҙин, А.Ғ. Абдуллина, С.Ғ. Ғазина, район мәғариф бүлеге методисы Л.Ә. Маликова һәм районыбыҙ мәктәптәренең китапханасылары ҡатнашты. Яңы китап һәм иҫтәлекле сара барыһының да күңеленә хуш килде.
Мәктәбебеҙҙең тарих ебе өҙөлмәһен!
Истәкова Рәғиҙә Әхмәт ҡыҙы, директорҙың тәрбиә эштәре буйынса кәңәшсеһе