"Йыл уҡыусыһы-2024"

Апрель 19, 2024 Просмотров: 258
17 апрель көнө Иҫке Собханғол урта мәктәбендә "Йыл уҡыусыһы-2024" бәйгеһе булып үтте. Был мәртәбәле бәйгелә район мәктәптәренән иң шәп уҡыу алдынғылары булған 21 уҡыусы ҡатнашты.Иҫке Монасип мәктәбенән 8-се класс уҡыусыһы Көнәфина Раушания, уңышлы сығыш яһап призерҙар рәтенә инде. Быйылғы йылда яңы форматта уҙғарылған бәйге ике турҙан торҙо. Беренсе турҙа ҡатнашыусылар портфолио, видеороликтар тәҡдим итһәләр, икенсе турҙа иһә 50 һорауҙан торған тестҡа яуап бирҙеләр. Артабан бәйгеселәр үҙҙәре менән таныштырҙылар ,Раушания тамашасыларға ҡурай моңдары тәҡдим итеп барыһында хайран ҡалдырҙы.Шулай уҡ баһалаусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙеләр.
Мәктәп администрацияһы исеменән Раушанияға уҡыуында уңыштар, яңынан яңы үрҙәр яулауын, бөтә изге хыялдарының, маҡсаттарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ. Афарин!!!
8-се класс етәксеһе Көнәфина Гөлфирә Азат ҡыҙы.