Уҡытыусылар һөнәри оҫталыҡта ярышты 13 декабрь көнө Иҫке Монасип урта мәктәбендә уҡытыусыларҙың  Бөтә Рәсәй профессиональ конкурсының "Йыл уҡытыусыһы -2025" мәктәп этабы  үткәрелде.

Январь 21, 2025 Просмотров: 906
Уҡытыусылар һөнәри оҫталыҡта ярышты

13 декабрь көнө Иҫке Монасип урта мәктәбендә уҡытыусыларҙың  Бөтә Рәсәй профессиональ конкурсының "Йыл уҡытыусыһы -2025" мәктәп этабы  үткәрелде. Был мәртәбәле сарала Иҫке  Монасип мәктәбе, уның Тимер һәм Нәби филиалдары уҡытыусылары һынау тотто.
   Конкурс сәмле, һөнәри оҫталыҡты бар яҡлап  асыусы сара рәүешендә барҙы. Быйыл был бәйгелә 5 уҡытыусы үҙ көсөн һынап ҡараны.
Дәрестәр уҡыусыларҙа өйрәнгән темаға ҡыҙыҡһыныу уятып, дәрес эстәлегенә сағыу, стандарт булмаған элементтар индереп, техник сараларҙы киң ҡулланып, алып барылды. Уҡыусылар ҙа был көндө әүҙем ҡатнашып, дәрестәрҙең ысын мәғәнәһендә юғары кимәлдә үтеүенә ҙур өлөш индерҙеләр.
  Класс сәғәттәре  тәрбиә биреү өлкәһендә методик бурыстарҙы үтәүҙә инновацион ысулдың отошло икәнен  күрһәтте. Класс сәғәттәре үҙенсәлекле һәм уйландырырлыҡ булыуы менән уҡыусылар күңеленә үтеп ингәндер.
  Мастер-класс педагогик мәсьәләләрҙе стандарт булмаған  һәм ғәжәпләндереү ысулы менән алып барылыуы менән иҫтә ҡалырлыҡ булды.
Педагогик кейс өлөшөндә лә һынатманы конкурста ҡатнашыусылар.
   Шулай итеп, көнө буйы барған оҫталыҡ конкурсында Нәби филиалының рус теле һәм әҙәбиәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Хисаметдинова Фәнүзә Фитрат ҡыҙы 3-сө, биология һәм химия уҡытыусыһы Хисмәтуллина Земфира Рәфҡәт ҡыҙы, Тимер филиалының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Дәүләтҡужина Рузилә Таһир ҡыҙы 2-се, Тимер филиалының башланғыс кластар уҡытыусыһы Алтынбаева Гөлиә Ғәзиз ҡыҙы 1-се урынға лайыҡ булдылар. Бәйгенең абсолют еңеүсеһе - Иҫке Монасип урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ҡотлобаева Динара Ишбулат ҡыҙы.
    "Бөгөнгө бәйгелә талантлы, үҙ эшен яратҡан уҡытыусылар көс һынашты.Һеҙ- барығыҙ ҙа еңеүселәр.Үҙ һөнәрегеҙгә тоғро ҡалып, ҙур яуаплылыҡ тойоп, ваҡыт менән иҫәпләшмәй эшләүегеҙ, бөгөн матур профессиональ байрам бүләк итеүегеҙ - үҙе ҙур батырлыҡ,"- тине "Йыл уҡытыусыһы - 2025" мәктәп этабы конкурсына һығымта яһап мәктәп директоры Ҡотлобаев Данил Камил улы.

     Абдуллина Альмира Ғүмәр ҡыҙы, уҡыу һәм тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары