"Йыл уҡытыусыһы - 2025"
Январь 21, 2025
Просмотров: 1688
Быйыл "Йыл уҡытыусыһы - 2025" конкурсының муниципаль этабында беҙҙең мәктәптән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ҡотлобаева Динара Ишбулат ҡыҙы һынау тотасаҡ. Коллегабыҙ рухлы, ижадсы, яңылыҡҡа ынтылыусы, үҙенең булмышы, күнел, тел байлығы менән уҡыусылар күңелен тиҙ арала яулаусы шәхес. Уның дәрестәре өҙлөкһөҙ тәрбиә дәрестәре лә. Һәр дәресе, саралар сценарийҙары төплө уйланғанлығы, көнүҙәк мәсьәләләрҙе яҡтыртыуы, уҡыусы күңеленә үтеп инерлек итеп эшләнгәне, методик яҡтан дөрөҫ, юғары кимәлдә ҡоролғанлығы менән айырылып тора.
Конкурстың тәүге этабы башланды ла инде. https://nsportal.ru/dinara-ishbulatovna-kutlubaeva Ошо һылтанма аша Динара Ишбулат ҡыҙының сайтына инеп, уның уҡытыусы эшмәкәрлеге менән танышып, үҙегеҙҙең фекер, теләктәрегеҙ менән уртаҡлаша алаһығыҙ. Коллегабыҙға конкурстың һәр этабын лайыҡлы үтеп, уңыштар яулауын теләп ҡалабыҙ.
Абдуллина Альмира Ғүмәр ҡыҙы, уҡыу һәм тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары