Бөгөн мәктәп лагерында "аҡлы-ҡаралы көн" үтте. Балалар аҡ һәм ҡара төҫтән торған кейемдәр кейеп килгәйне. Улар өсөн нимә  ул яҡшы һәм нимә ул насар тигән төшөнсәләр тураһында мәғлүмәти уйын үтте. Күңелле көй аҫтында күмәкләшеп төрлө хәрәкәттәр башҡарып бе

Июнь 11, 2025 Просмотров: 1508
https://vk.com/video-174637407_456239459?list=444d43126d1260b515
Бөгөн мәктәп лагерында "аҡлы-ҡаралы көн" үтте. Балалар аҡ һәм ҡара төҫтән торған кейемдәр кейеп килгәйне. Улар өсөн нимә  ул яҡшы һәм нимә ул насар тигән төшөнсәләр тураһында мәғлүмәти уйын үтте. Күңелле көй аҫтында күмәкләшеп төрлө хәрәкәттәр башҡарып бейенеләр. Унан һуң ике командаға бүленеп, мәктәп биләмәһендә йәшерелгән аҡ һәм ҡара төҫтәрҙән торған фишкаларҙы бирелгән схема буйынса эҙләнеләр. Мәғлүмәти яҡтан фәһемле һәм күңелле көн булды.