Атай кәңәшен тотҡандар абынмай, ҡыйыу атлай..

Март 23, 2020 Просмотров: 51

Бөрйән районының Иҫке Монасип ауылында йәшәгән Сәлихйән Хафиз улы Дәүләтбирҙин 1927 йылда Байназар ауылында тыуа. Һигеҙенсе класты тамамлағас, уҡытыусы булып эш башлай. 1943 йылда, 16 йәшлек кенә сағында, йәшен арттырып, 18 йәшлек егеттәр менән армияға китә. Ярты йылдан һуң уны әсәһе ебәргән метрика күсермәһе буйынса кире ҡайтаралар.   
1944 йылда егет армияға тағы алына, Японияға ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша. 1950 йылда тыуған яғына ҡайта. Ситтән тороп уҡып, педагогия училищеһын, һуңынан БДУ-ның тарих факультетын тамамлай. Комсомол, партия эшенә лә йәлеп ителә, әммә ғүмеренең күп йылдарын мәғарифҡа бағышлай. Оҙаҡ йылдар Иҫке Монасип урта мәктәбе директоры булып эшләй, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.   
Сәлихйән Хафиз улы – ҡәләм оҫтаһы ла. Журналист, тарихсы булараҡ, фәһемле мәҡәләләре менән район һәм республика гәзит-журналдарында йыш сығыш яһай, әммә уның иң юғары ҡаҙанышы – балалары. 66 йылдан ашыу тигеҙ ғүмер итеп, Сәлихйән Дәүләтбирҙин Асия Зекериә ҡыҙы менән бергә алты балаға ғүмер бирә. Хәҙер инде уларҙың 11 ейәне, 9 бүләһе бар. Балалары араһынан Ғәзиз – композитор, Тәнзилә – шағирә, Таһир талантлы педагог булып танылды. Зәйтүн менән Миңзәлә – рәссам, Заһир уҡытыусы һөнәренә эйә булды.   
Отставкалағы гвардия капитаны Сәлихйән Дәүләтбирҙин һуғыш­та күрһәткән батырлыҡтары өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, “Батырлыҡ өсөн”, “Германияны еңгән өсөн”, “Японияны еңгән өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән.   
Ҡыҙы Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның уға арнаған шиғырын тәҡдим итәбеҙ.  

Бесән саптыҡ  
Атай менән бесән сапҡан  
Сабынлыҡты мал тапай.  
Ун өс йәштән салғы тоттом,  
Таңдан-төнгә ял тапмай.  

Саңғы сүкегән тауыштар  
Һаман сыңлай ҡолаҡта.  
Кибеп, ҡороп бөткән хәҙер  
Беҙ һыу алған улаҡтар.  

Беҙ артылған Биштауҙарға  
Машина саҡ-саҡ менә.  
Ҡайта инек тау түбәнгә  
Ярышып Суҡ-Саҡ менән.  

Йәйәү йөрөүҙән табандар  
Шаңҡыһа ла шат инек.  
Атай урта йәштә ине,  
Минең бала саҡ ине.  

Мәңге үтмәҫ кеүек ине  
Шул бәхетле дәүерҙәр.  
...Бер мәл тәпәш һикәлтәне  
Тауҙай күрә дәү ирҙәр!  

Мал көйшәүкәйҙәре тына,  
Мәле еткәс, һарайҙа.  
Туҙған кәртә ишектәре  
Бәйле эттәй ҡарайҙар.  

Салғы түгел, сынаяҡты  
Тотабыҙ йәйҙәр менән.  
Алҡымға тығылған йәште  
Йотабыҙ сәйҙәр менән...  

Башҡортостан гәзите 2018 йыл