Иҫке Монасип мәктәбендә боҙ миҙгелен асыу тантанаһы.

Март 23, 2020 Просмотров: 38

23 декабрь көндө Иҫке Монасип мәктәбендә күптәрҙең көтөп алынған боҙ миҙгеле асылды. Быға тиклем балалар Ағиҙел йылғаһына төшөп сәкән һуҡһа, хәҙер инде үҙ махсус майҙансыҡтары бар. Эйе, 2008 йылда районда тәүге хоккей коробкаһы ошо мәктәптә асыла. Был башланғысҡа ул йылдарҙағы директор Йәмил Ишбулды улы Ҡотлобаев нигеҙ һала һәм үҙ ышанысында хаталанмай: "Монасип " хоккей командаһы барлыҡҡа килеп, район, зона, хатта республика кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнашып призлы урындар яулауға өлгәшәләр.
Бөгөн иһә Данил Камил улы Ҡотлобаев етәкселегендәге мәктәп коллективы боҙ майҙансығын тағы ла киңәйтеп, тирә яҡ ҡоймаларын яңыртып, яҡтыртыу ҡоролмалары менән йыһазландырып, заманса сафҡа индерҙе. Был ҙур эште башҡарып сығыуҙа Иҫке Монасип ауыл советы, ата-әсәләр, хәстәрлекле ауылдаштар ҙа әүҙемлек күрһәтте. Ҡасандыр ауыл балалары өсөн хыял ғына булып торған боҙ майҙансығы бөгөн заман талаптарына яуап биреүе менән хоккей, фигуралы шыуыу кеүек спорттың был мауыҡтырғыс төрҙәренә ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөүҙәрен бермә-бер арттырасаҡ. Унан ҡалһа, уҡыусылар киске буш ваҡыттарын файҙалы һәм күңелле итеп үткәреү мөмкинлегенә эйә хәҙер. Ошонан сығып шуны әйтке килә: кем белә, бәлки киләсәктә Иҫке Монасип мәктәбе уҡыусылары араһынан Башҡортостан ғына түгел, хатта ки Рәсәй кимәлендә лә билдәле спортсылар танылыр. Ерҙә кешеләргә терәү булғанда йондоҙҙарға артылырға мөмкин тиҙәр. Быны яҡшы аңлаған Иҫке Монасип мәктәбе коллективы үҙ уҡыусыларына был йәһәттән нигеҙ булдырҙы ла инде. Уларға "афарин" тип әйтәбеҙ, ә инде балаларға тырышып уҡырға һәм ауылыбыҙҙың данын күтәреүсе илебеҙҙең кәрәкле шәхестәре булып үҫеүен теләп ҡалабыҙ.