Ҡышҡы әкиәт илендә.
Ҡышҡы әкиәт илендә.
Йыл һайын Яңы йыл алдынан, мәктәбебеҙҙә боҙ ҡаласығы, ҡар һындары бәйгеһе үткәрелә. Быйыл да мәктәп биләмәһендә уҡыусылар әүҙем ҡатнашты. Ата-әсәләр менән берлектә ихлас тырышҡан, боҙ һындарҙың һәр береһе оло шедеврға тиң.
Боҙҙан эшләнгән ҡапҡа һәр кемгә асыҡ. Ҡарһылыу менән Ҡыш бабай, әкиәт геройҙары, тылсымлы таяҡ булһа, терелеп китер ине. Уҡыусыларҙың тырышыуы бушҡа булманы. Әкиәт геройҙары, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу, һәм төрлө һындар алыҫтан уҡ үҙенә саҡырып, урамды биҙәп тора. Һындарҙың күплегенә хайран ҡалырлыҡ, ниндәй генә образ юҡ бында. Бигерәк тә башланғыс синыф уҡыусылары ҙур тырышлыҡ күрһәткән. Берҙәм көс менән эшләнгән ошо ҡаласыҡ янында, күмәкләп фотоға ла төшәләр. Боҙ ҡаласығы матур булһын өсөн бар тырышлыҡтарын һалғандар. Мәктәп ихатаһында, кеше фантазияһының сиге юҡлығына инандыҡ. Үәт, исмаһам, оҫталыҡ! Ҡарҙан да ошондай һындар эшләп була икән! Байрам үтер, ә уҡыусыларҙың эше әленән әле, мәктәпте йәмләп, балаларҙың шат тауышына күмелеп торор. Бына шулай берҙәм, оҫта ҡуллы беҙҙең уҡыусыларыбыҙ. Һоҡланабыҙ, ғорурланабыҙ һеҙҙең менән!