Йәш спортсыны ҙур еңеүе менән ихлас ҡотлайбыҙ, ныҡлы һаулыҡ, уҡыуында уңыштар, спорт өлкәһендә тағы ла юғарыраҡ бейеклектәр яулауын теләйбеҙ! Афарин, Яҙгөл!
Март 24, 2020
Просмотров: 26
Уҡыусыларҙың XXI Спартакиада зачетында Иҫке Монасип урта мәктәбе командаһы составында мәктәбебеҙҙең иң яҡшы саңғысылары - 6-сы класс уҡыусылары Көнәфин Денис, Муллағолов Фәнүз, Йомағолова Яҙгөл, 8-се класс уҡыусыһы Мирасова Алтынай сығыш яһаны. Көсөргәнешле ярышта беҙҙең уҡыусылар 13 команда араһында 6-сы урын һөҙөмтәһен күрһәтте.
Шәхси беренселектә Йомағолова Яҙгөл, иң етеҙ саңғысылар рәтенә баҫып, 2-се урынды яулауға өлгәште. Йәш спортсыны ҙур еңеүе менән ихлас ҡотлайбыҙ, ныҡлы һаулыҡ, уҡыуында уңыштар, спорт өлкәһендә тағы ла юғарыраҡ бейеклектәр яулауын теләйбеҙ! Афарин, Яҙгөл!
Саңғысылар командаһына һәм уның етәксеһе Азат Әхмәт улы Әйүповҡа ҙур рәхмәт белдерәбеҙ!